Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Максим Забелин әйтеүенсә, табиптарҙың етешмәүе, диспансеризацияның туҡталыуылы үлемесле сиҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтергән.
Бигерәк тә балалар үлеме борсоуға һала. Оператив кәңәшмәлә «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектының үтәлеше тикшерелде. Радий Хәбиров баш ҡалала төҙөләсәк балалар онкология һәм гематология үҙәге менән ҡыҙыҡһынды. Эштәр конкурста ҡатнашыусы подрядсыларҙың ялыуы сәбәпле туҡтап тора. Бәхәс әле судта ҡарала. Башҡортостан башлығы мөһим объект төҙөлөшө тотҡарланыуы минең практикала тәүгә, тине.
Республика башлығы балаларҙы коронавирустан һаҡлау эшен дә йәнләндерергә ҡушты. Тиҙҙән уҡыу йылы башлана. Мәктәптәрҙә ковид инспекторҙар сафтарын тергеҙеү мөһим. Был эшкә медицина университетынан 5 йөҙҙән ашыу студент йәлеп итеү ҡаралған.
Айнур Кәбиров