Республика кардиология үҙәге белгестәре инфаркт үткәргән пациенттарға уникаль операция эшләне

Табиптар зыян күргән йөрәккә аҙ йәрәхәтле ысул менән махус ҡоролма урынлаштырҙы. Инфаркттан һуң ҡан тамырҙары шартлап зыян күргән йөрәк эшмәкәрлеген тергеҙеү әмәлиәте Мәскәү клиника-диагностика үҙәге кардиологтары менән берлектә ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡағыҙ битендә «Йәшәргә лә йәшәргә» тип табиптарға рәхмәт һәүҙҙәрен яҙыусы Тимерғәли Исхаҡовтың йөрәгенә ҡатмарлы операция үткәрелгән. Яман шен менән ауырыған пациент биш йыл һөйләшеү һәләтенән мәхрүм. Күптән түгел ул инфаркт үткәреп, үҙен көндән-көн насар тоя башлаған. Салауат ҡалаһында йәшәгән ир тыны ҡыҫылып, башы әйләнеп йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә еткән. Ҡаты ауырыған пациентҡа Мәскәү клиника-диагностика һәм республика кардиология үҙәге табиптары ҡатмарлы операция яһап күп фараздар буйынса өмөтһөҙ тип иҫәпләнгән пациенттың ғүмерен ҡотҡарған.

Әмәлиәтте үткәреү өсөн төрлө профилле табиптар йәлеп ителгән. Хирургтар пациенттың муйыны һәм аяғы аша катетер индереп, инфаркт үткәргән йөрәккә окклюдер йәғни махсус диск ултыртҡан. Был ҡоролма йәрәхәтләнгән йөрәктәге буш майҙанды тултырып тән ағзаһы кеүек функцияларҙы башҡарасаҡ. Мәскәү клиника-диагностика үҙәгенән килгән табип Александр Осиев зыян күргән йөрәкте тергеҙеү өсөн тәүгеләрҙән булып был методиканы файҙалана башлаған һәм тәжрибәһе менән Башҡортостандағы хеҙмәттәштәре менән уртаҡлашҡан.

Инфаркттан һуң пациенттың йөрәген ҡырҡып операция яһау тыйыла, сөнки ғәҙәти хирургия был осраҡта хәүефле эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Аҙ йәрәхәтле катетырлы әмәлиәт ҡатмарлы, әммә 100 процентҡа тиклем яҡшы һөҙөмтәләргә килтергән алым. Әммә был әмәлиәт ваҡытында үткәрелергә тейеш, табиптарға мөмкин тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итергә кәңәш итәм. Инфаркт менән бәйле осраҡта һәр минут ҡәҙерле.

Игорь Бузаев, Республика кардиология үҙәгенең рентген-хирургия бүлеге мөдире

Операция үтә ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан бер сәғәт эсендә эшләнгән. Өлкән йәштәге пациент әмәлиәт ваҡытында үҙ аңында булған. Кардиоүҙәк табиптары был операцияны йылына өс кешегә яһарға ниәтләй. Был һандар бик күп булмаһа ла, һүҙ кеше ғүмере тураһында бара, шуға ла һәр осраҡ ҙур әһәмиәткә эйә.

Флорида Ким