Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһында йәшәүселәр урындағы дауахана ябылыр, тип хафалана

Дауахана ябылырмы? Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһында йәшәүселәр урындағы дауахана ябылыр тип хафалана. Медицина учреждениеһын һаҡлап ҡалыу маҡсатында бер төркөм граждандар йыйылыш үткәрҙе. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Прибельский ҡасабаһында йәшәүселәр көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн йыйылған. Улар медицина ярҙамынан мәхрүм ҡалырбыҙ тип хафалана. Урындағы табип амбулаторияһы ябылыу алдында, ти халыҡ

Ике ҡатлы Прибельский табип амбулаторияһында пациенттарҙың сәләмәтлеген тикшереү һәм дауалау өсөн бихисап уңайлыҡтар булдырылған. Анализдар тапшырыу өсөн лаборатория бүлмәһе, балалар өсөн педиатр, ололарға терапевт эшләп килә. Быға тиклем хирургия бүлеге, офтольмолог һәм акушер табиптары ла булған.

Әммә оптимизация осоронда белгестәр ҡыҫҡартылды, тип зарлана халыҡ. Яҡынса ун йыл элек поликлиника менән дауахана бер бинаға күсерелгән. Хәҙер иһә дауахананың да ябылыуы тураһында хәбәр сыҡҡас, граждандар мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй башлаған.

Йыл башынан алып табип амбулаторияһында 300-гә яҡын кеше дауаланыу үткән.

Ҡасабала йәшәүселәрҙән тыш, күрше ауылдарҙы ла хеҙмәтләндергән һәм тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙы ябалар, ә көндөҙгө дауаланыу бүлегендә бер кабинет ҡалған, ти урындағы халыҡ.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, йәйге осорға стационарҙы ябыу – бюджетты экономилау ысулы. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән буш койкаларҙы һаҡлау медицина страховкаһы аҡсаһын маҡсатһыҙ тотоноу тип иҫәпләнә. Шуға күрә урындар ваҡытлыса көндөҙгө стационар бүлегенә күсерелгән.

Ваҡытлыса үҙгәрештәр медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡағылмаясаҡ. Хәүефле осорҙа һәр пероснал иҫәптә, ти табиптар. Ә көндөҙгө стацинарҙың 21 койка- урынын көҙгә тиклем һаҡлап тороу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова