Ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы сиктәрендә иҫәпселәр йорттар буйлап йөрөй башланы

Был сарала 1800 белгес ҡатнаша. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең төбәк органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев әйтеүенсә, Башҡортостан күптән түгел генә уҙғарылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса тәүге ун төбәк исемлегенә инде.

Был ике кампания алда көтөлгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға етди әҙерлек. Был сара 15 октябрҙһән алып 14 ноябргә тиклем барасаҡ. Унда республикала 9 меңдән ашыу иҫәпсенең ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәте» порталында ла үҙаллы ла теркәлергә мөмкин. Башҡортостан башлығы был кампанияларҙың республика үҫеше өсөн үтә лә мөһим булыуын билдәләне.

Мы уже давно готовимся к Всероссийской переписи и должны качественно провести её. Для нас важно понимать численность и структуру населения Башкортостана. Это очень полезная информация для будущего развития республики.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы

Айнур Кәбиров