Яңы трансформарторҙар ҡороуға дәүләт ярҙамы

Иглин районында иҫке электр селтәрҙәрендә авариялар йыш теркәлеү сәбәпле республика бюджетынан уларҙы төҙөкләндереүгә аҡса бүленде. Яңыртылған селтәр халыҡтың көнитмешенә ниндәй йоғонто яһауын БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Быға тиклем район үҙәгенең Кремль урамында йәшәүселәрҙең тормошо тура мәғәнәһедә электр уты кеүек көсәргәнешле булған. Иҫке трансформаторҙар халыҡтың көнкүреш техникаһын күпләп ҡабыҙыуын күтәрә алмай сафтан сыҡҡан. Шуға ла яңыһы ҡоролоуын ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көткән.

Яңы йыл байрамдары алдынан Иглиндә йәшәүселәр трансформаторҙа авария һөҙмтәһендә бер-нисә сәғәткә утһыҙ тороп ҡалған. Хәҙер бындай хәлдәр һирәгерәк ҡабатлана. Мәсьәлә әкрен хәл ителә, сөнки эшсе ҡулдар етмәй. Электр селтәрҙәрен Иглиндә ни бары 10 белгес хеҙмәтләндерә.

Электр көсөргәнеше артҡан йә төшкән ваҡытта авария бригадаһын саҡырабыҙ, улар ваҡытында килергә тырыша, әммә һуңлаған осраҡта етешһеҙектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә тырышабыҙ тип яуаплай.

Ринат Ғабдрахимов, Иглиндә йәшәүсе

Иглин электр селтәрҙәрен яңыртыуға төбәк бюджетынан 43 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. Районда 80 процент трансорматорҙар иҫкергән.

Беҙҙең алда бик ҙур эштәр-60-70-cе йылдарҙа ҡоролған трансорматорҙарҙы алыштырыу тора. Бөтә иҫке трансорматор пунктттарын алмаштырыға тейешбеҙ.

Илшат Закиров, Башҡортостан төбәк электр селтәрҙәренең иглин участка етәксеһе

Бынан тыш, районда инвестиция программаһы буйынса ла эштәр ғәмәлгә ашырыла. Был маҡсатҡа 6 миллион һум аҡса йүнләтелгән. Программа сиктәрендә иҫке электр линиялары, подстанциялар яңыларына алмаштырыласаҡ. Эштәрҙе 2022-2026 йылдарҙа башҡарыу ҡарала.

Яңы урынлаштырылған комплекслы трансформатор 10 килоВАТЛЫ электр таратыу ҡорамалы менән йыһазландырылған. Трансформатор камераһы 10 киловольт электр көсөргәнешен 0,4 киловольтҡа үҙгәртә.Был ҡулланыусыларға 220, 380 вольт электр энергияһын тотҡарлыҡһыҙ ҡулланыу мөмкинлеге бирә.

Иглин районы микрорайондары йылдам үҫешә. Шуға күрә электр селтәрҙәрендә авария булдырмау маҡсатында ошо яңы ҡоролған электр подстанцияһынан тыш, субсидия аҡсаһына заманса 28 трансформатор ҡороласаҡ, электр линияһындағы ағас бағаналар тимер-бетонға алмаштырыласаҡ.

Гүзәл Борханова