Өфөлә ойошторолған республика форумынан һуң халыҡ традицияларын һаҡлаусылар эшмәкәрлеген әүҙемләштерҙе. Был юлы тыуған менән ҡыҙыҡһыныусылар Илеш районына йыйылды.
Осрашыу Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан район үҙәк китапханаһында уҙҙы. Урындағы музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Гөлназ Гәрәева билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта йәштәрҙең тарихты һаҡлауға һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы артҡан. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү атайсалың тарихын өйрәнеүҙән башлана. Кәңәшмәлә сығыш яһаусылар шулай уҡ ауылдарҙың тарихы, генеалогик тикшереүҙәр, археологик һәйкәлдәрҙе өйрәнеү һәм уларҙы популярлаштарыу кеүек көнүҙәк мәсьләләр буйынса фекер алышты.
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йыйыны Ҡырмыҫҡалы районында ла үтте. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм төшөнсәһе бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Шуға ла был йүнәлеш менән шөғөлләнеүселәр артабанғы эшмәкәрлеген киңәйтергә килеште.
Был юҫыҡта эштәр башланған да инде. Шуларҙың береһе – Илтуған ауылында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын асыу мәсьәләһе хәл ителгән. Әле урындағы халыҡ музей өсөн экспонаттар туплау менән мәшғүл.
Илдар Байбулатов