Уны яҡындары, шулай уҡ Спорт министры Руслан Хәбибов, тренер Лира Грушина, Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡаршы алды. Тимур Сафин Олимпия уйындарында Рәсәй командаһы менән икенсе урын алды, көмөш миҙалға лайыҡ булды. Был Олимпиадала Башҡортостан спортсыларының икенсе наградаһы. Аделина Заһиҙуллина рапира төрөндә алтын миҙал яуланы.