Башҡортостанда педагогтарҙың 80 проценттан ашыуы яңы уҡыу йылына вакцинация үтергә тейеш. Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, дистанцион белем биреү тәртибе тураһында һүҙ ҡуҙғатмаҫ өсөн, вакцина эшләтеүҙе тиҙләтеү мөһим. Иглин районы үҙәгендә йәшәгән Зилә Әхмәтова прививканы Өфөлә яһатҡан. Уның әйтеүенсә, үҙенең һәм яҡындарының һаулығын ҡайғыртҡан һәр кем прививка эшләтергә тейеш.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтМинистрлыҡтың бойороғона ярашлы, вакцинация үткән уҡытыусыларҙы дәртләндереү өсөн өҫтәмә ял көндәре бирелә, хеҙмәт хаҡы ла һаҡлана. Медицина күрһәтмәһенән тыш вакцинациянан баш тартҡан осраҡта, педагогтарға белем бирергә рөхсәт итмәүҙәре мөмкин.