Өфөнән Көнсығыш юл төҙөлөшөнә тағы 1 миллиард 700 миллион һум бүленә. Аҡса федераль бюджеттан килә. Әле проект буйынса эштәр 21 процентҡа теүәлләнгән. Концессия килешеүенә ярашлы, 1 километрлыҡ тоннелде төҙөп бөтөрөү, Өфө йылғаһы аша күпер һәм М5 трассаһына тиклем 10 километрлыҡ юл һалыу бурысы ҡуйылған. Ошо маҡсатта 40 миллиард һумдан ашыу инвестиция ҡаралған, әлегә 10 миллиардҡа яҡын сумма тотонолған. Объект 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.