Салауат ҡалаһы һауаһында этилбензол күрһәткестәре норманан 4 ярым тапҡырға юғары, Өфөлә көкөрт водороды яҡынса 3 тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған. Башҡортостан гидрометеорология үҙәге белгестәре республика ҡалаларында һауа бысраныу күрһәткестәре тураһында мәғлүмәтте асыҡлана.
Бер ай эсендә һауаны бысратыу осраҡтары күп тапҡыр теркәлгән. Июндә Салауатта 13, Өфөлә 12, ә Стәрлетамаҡта 5 тапҡыр күрһәткестәр норманан юғары булыуы билдәләнгән. Әле Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡоростандың экология кодексына төҙәтмәләр әҙерләнә.
Закон проектында һауа һәм һыу составы тураһындағы мәғлүмәтте мотлаҡ йәмәғәтселеккә еткереү тураһында һүҙ бара.
Рафиҡ Әхмәтшин