Сиктәр асылыу менән Өфөнән Тель-Авив тура рейс асыу, ә Венаға осоштарҙы тергеҙеү ниәте бар

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шулай уҡ Германияға сәфәр асыу планлаштырылған. Был турала республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Әле халыҡ-ара «Өфө» аэропортынан Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан һәм Белоруссияға осорға мөмкин.

Евразия иҡдисади берлеге илдәренә осоштар йышлығын арттырыу күҙаллана. Әле халыҡ-ара йүнәлештәрҙә сәфәрҙәр көрсөккә тиклемге осор менән сағыштырғанда яҡынса 50 процентҡа аҙыраҡ.

Шул уҡ ваҡытта Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренә осоштарға ихтияж шаҡтай арта. Мысырға чартер рейсын пассажирҙар һанын арттырыуға булышлыҡ итер тигән өмөт бар республика хөкүмәтендә.

Рафиҡ Әхмәтшин