Медицина тармағы өсөн өҫ кейемдәре тегеүселәргә дәүләт ярҙамы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Субсидия теген фабрикаһында әҙер продукция етештереү тиҙлеген арттырырға булышлыҡ иткән. Компьютерҙа кейем проекттарын әҙерләүсе оҫталар янында беҙҙең ижади төркөм дә булды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Элегерәк материалдың ҙур өлгөләрен киҫеүҙә ябай ҡайсы һәм күп ваҡыт талап ителгән. Хәҙер был эш тилбер ҡулдар ярҙамында бер-нисә минут эсендә башҡарыла. Туҡыма бесеүсегә ни бары электр ҡайсыһы менән оҫта итеп ҡуллана белеү ҙә етә.

Заманса технологиялар медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫ кейемдәре етештереүҙә бер йыл элек ҡулланыла башлаған. Уның менән бергә яңы «Саппарт»системаһы ла ҡул менән үтәлгән эштәрҙе компьютерҙа башҡарыу мөмкинлеге бирә. Бөтә эскиздар ҡушымтала уйлап сығарыла һәм һуңынан принтерҙа баҫтырыла.

Интерактив констркуцияларға еңел генә төҙәтмә индерергә мөмкин, тейешле пропорцияларҙы лейкалалар ярҙамында өҫтәйбеҙ, нөктә, түңәрәк, квадраттар ярҙамында һыҙмаларҙы конструкцияға ярашлы итеп раҫлайбыҙ.

Оксана Биктуғанова, «Алькаир» етештереү фирмаһының әйҙәүсе конструкторы

Предприятие 1994 йылдан уңышлы эшләп килә. Хеҙмәткәрҙәр айына битлектәрҙән алып ҡатмарлы костюмдар комплекттарына тиклем 500 төрлө тауар етештерә.

Элегерәк һәр моделдең размер рәтен эшләп сығарыуға ике көн ваҡыт талап ителһә, ә хәҙер автоматлаштырылған проектлау системаһы ярҙамында был эш дүрт тапҡырға етеҙерәк башҡарыла. Хеҙмәт етештереүсәнлеге лә 20-23 процентҡа артҡан.

Быға тиклем бер модель лейкалаһы ике көн эсендә дүрт ҡул ярҙамы менән конструкцияланһа, хәҙер компьютерҙа был һыҙмаларҙы дүрт тапҡырға тиҙерәк эшләргә була. Яңы техниканы производствоға индереү өсөн фирма сеймал сығымдарының яртыһына һәм етештереү материалдарын һатып алыу өсөн субсидияға заявка биргән һәм миллион дүрт йөҙ мең һумлыҡ субсидия алыуға ирешкән.

Әлеге мәлдә медицина хеҙмәткәрҙәре айырыуса ярҙамға һәм яҡлауға мохтаж. Был цехта етештерелгән кейемдәрҙең заманса дизайны табиптарҙың да, пациенттарҙың да кәйефен күтәрә аласаҡ, тигән фекерҙә тегенселәр.

Гүзәл Борханова