Илеш районында тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр йыйылды

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр кәңәш ҡора. Өфөлә ойошторолған республика форумынан һуң халыҡ традицияларын һаҡлаусылар эшмәкәрлеген әүҙемләштерҙе. Был юлы тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар Илеш районына йыйылды. Осрашыу Үрге Йәркәйҙә урынлашҡан район үҙәк китапханаһында уҙҙы. Урындағы музей хеҙмәткәре Гөлназ Гәрәева билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта йәштәрҙең тарихты һаҡлауға һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы артҡан. Ватанды һөйөү тойғоһон тәрбиәләү атайсал тарихын өйрәнеүҙән башлана, ти Иҫке Ҡырғыҙ мәктәбе музейы мөдире Илгиз Сәлимгәрәев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Крайҙы өйрәнеүселәр йыйыны Ҡырмыҫҡалы районында ла үтте. Унда ҡатнашыусылар әйтеүенсә, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Был йүнәлеш менән шөғөлләнеүселәр эшмәкәрлеген киңәйтергә иҫәп тота. Райондың Илтуған ауылында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын асыу ниәте бар. Әле урындағы халыҡ музей өсөн экспонаттар туплай.