Ни өсөн Башҡортостанда йәшәүселәргә башлыса “Спутник V” вакцинаһы яһала? Күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатма бирҙеләр. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова:
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИрина Кононова фекеренсә, әле халыҡҡа ревакцинация кәрәкмәй. Тәү сиратта республикала йәшәүселәрҙә коллектив иммунитет булдырыу мөһим. Өҫтәмә иммунизацияны “Спутник Лайт” препараты менән эшләү тәҡдим ителә. Республикала 185 урында вакцина эшләтергә була. Иртәгә Өфөлә “Торатау” конгресс-холында прививка ҡаҙатҡан һәм акцияла ҡатнашҡан кешеләр араһында уйнатылған юлламаларҙы тапшырыу үтә.