Республикала коронавирустан үлеүселәр 800-ҙән ашты

Үткән тәүлектә йәнә 9 кеше КОВИД-19 ҡорбандары исемлеген тулыландырҙы. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлек эсендә сирлеләргә 257 кеше өҫтәлгән.

Пандемия башланған көндән 49 285 осраҡта коронавирус асыҡланған. Стационарҙарҙа әле 629 пациент ҡала. Уларҙың 46-һы ауыр хәлдә. 5 кеше тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған.

Вакциналау ҙа йылдам бара. Привиканың беренсе өлөшө 962 мең 33 кешегә ҡаҙалһа, тулы вакциналауҙы 720 меңдән ашыу кеше үткән.