Асҡын районында вакцина эшләтеүселәр араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. Әлеге көндә 7 меңдән ашыу кешене прививкалау бурысы ҡуйылған, уларҙың яртыһынан күбеһе ике компонентты ла ҡаҙатҡан, ти урындағы дауахана табиптары. Вакцинациялау темптарын тиҙләтеү өсөн халыҡты дәртләндереү юлдары менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.
Бер аҙ тулҡынланыу булһа ла, процедура тиҙ һәм ауыртыуһыҙ үтә. Әдисә Ғилмийәрова 2-се Асҡын мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Уҡыу йылы башланыр алдынан ул коллектив менән бергә вакцина ҡаҙатырға килгән. Былтыр көҙ Әдисә Мәғҙән ҡыҙы хәүефле сирҙе үткәргән. Уҡытыусыны еҫ һиҙмәү, хәлһеҙлек борсоған.
Педагогтар менән бергә 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә ковидҡа ҡаршы прививка яһата. Процедураны хәүефһеҙ һәм уңайлы итеп үткәреү өсөн тәгәрмәс өҫтөндәге вакциналау пункты эшләй. Ул Асҡын үҙәгендә июнь аҙағынан алып пациенттарҙы ҡабул итә.
Ә медицина хеҙмәткәрҙәренең күсмә бригадаһы район ауылдары буйлап йөрөй. Был ваҡыт эсендә 4 меңдән ашыу кеше прививкаланған. Шулай итеп, асҡындар өс төрлө ысул: поликлиникаға, күсмә вакцинация пунктына мөрәжәғәт итеп, йәки табиптарҙы өйгә саҡыртып препаратты ҡаҙата ала.
Асҡын районында вакцина эшләтеүселәрҙе дәртләндереү йәһәтенән «Үҙеңде һаҡла һәм бүләк от», ә интернет селтәрендә махсус хештэг менән фото һалыусылар өсөн «Йәшәү вакцинаһы» акцияһы ойошторолған. Әсләмовтар ғаиләһе «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексына абонемент отҡан. Хәҙер улар сәләмәтлеген прививка ярҙамында ғына түгел, бассейнда шөғөлләнеп тә нығыта.
Рәмил Нурмөхәмәтовҡа ла уңыш йылмайған. Фельдшер булып эшләгән егет мото салғы отҡан. Хужалыҡта ла, эштә лә файҙалы булған бүләкте эләктереүенә ул сикһеҙ шат.
Ауырыуҙан берҙән-бер ҡотолоу юлы вакцинацияла, тип ышана урындағы дин әһелдәре. Асҡын мәсете хәҙрәте коллектив иммунитет булдырыу өсөн ғаилә менән прививка яһатыуҙарын билдәләне. Уны вакциналауға препараттың хәләл һәм ислам тәғлимәттәренә тура килеүе этәрә.
Асҡын районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, халыҡты вакцина эшләтергә дәртәләнлереүсе акциялар дауам итәсәк. Йылдың ҡоро килеүе һәм бесәнлектәрҙең ҡояш аҫтында ҡурылып бөтөүен иҫәпкә алып, был юлы өс төккә бәйләнгән бесән уйнатыу күҙаллана.
Әлфинә Килдейәрова