Спектаклдең режиссеры – Асҡар Абдразаҡов. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры художество етәксеһенең дебют эше.
Ковидҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында Ҙур театр залы тулы ҡеүәттә тамашасыларҙы ҡабул итә алмай. Шуға ҡарамаҫтан, Өфөләр ҡуйған «Дон Кихот» героик комедияһын ҡарарға тип Рәсәйҙең төп театрына халыҡ әүҙем йыйылды. Уларҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡаршы алды, экрандарҙа Башҡортостан менән бәйле кадрҙар күрһәтелде.
Мигель де Сервантестың билдәле романы буйынса сәхнәләштерелгән опера Рәсәйҙә бик һирәк ҡуйыла, быға тиклем уны Санкт-Петербургтағы Мариин театрында ғына ҡараға була ине.
Спектаклде ҙур сәхнәгә сығарыр алдынан әҙерлек 14 ай дауам иткән. Опера персонаждары өсөн 400-гә яҡын костюм һәм 200-ҙән ашыу баш кейемдәре тегелә, 100 пар аяҡ кейеме эшләнә. Дон Кихот образы – был ролде башҡарған Федор Шаляпин кейгән кейемдең тулы күсермәһе.
Моңһоу рыцарь хаҡындағы әҫәр төп партияны башҡарыусы, билдәле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡовтың режиссер булараҡ дебют эше. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, операның премьераһы майҙа Өфө сәхнәһендә лә аншлаг менән үткәйне. Спектакль театр тәнҡитселәре һәм тамашасыларҙан ыңғай баһамалар йыйғайны.
Әлфинә Килдейәрова