Рәсәйҙә 1 сентябрҙән «Пушкин карта»һы проекты эшләй башлай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә бирелә. Карта иҫәбенә 3 мең һум аҡса һалына. Был сумманы мәҙәниәт усаҡтарына билет алғанда ҡулланырға мөмкин.

Карта менән сентябрҙән декабргә тиклем иҫәпләшергә була. Киләһе йылда иҫәпте 5 мең һумға тулыландырыу планлаштырылған. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар мәҙәни сертификатты дәүләт хеҙмәттәр порталы аша юллай ала.