Сипайлово биҫтәһендә Гөлшат Мөхәммәт ҡыҙының ихата алдында үҫтергән сәскә түтәлдәре ҡала торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошторған конкурста еңеүсе. Мегаполиста матурлыҡ тыуҙырыусы уңғандар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты. .
Гөлшат Мөхәммәт ҡыҙы ишек алдындағы һәр сәскә һәм йәшеллек хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Ихата алдын иртә яҙҙан тере сәскәләр ултыртып биҙәү эшенә ун йыл элек тотонған. Колиустар, раузалар, ләлә һәм бәрхәт сәскәләре был йорт янынанан үтеүселәрҙең кәйефен күтәрә.Тынғыһыҙ һәм егәрле ханым тирә-яҡта биҙәүгә ут күршеләрен дә йәлеп иткән.
Гөлшат Мөхәммәт ҡыҙы тәрбиәләгән түтәлдәргә бер кем дә сүп ташламай. Һәр кем ҡулынан килгәнсә таҙалыҡ һәм тәртип булдырырға ынтыла. Был ихата алды Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының махсус комиссияһы тарафынан иң яҡшыһы тип баһаланып, конкурста беренсе урын яулаған..
Ишек алдындағы балалар майҙансығы – бында йәшәүселәрҙең айырым ғорурлығы. Ихатала үҫтерелгән һәр сәскә балаларҙың һәм өлкәндәрҙең тормошон тағы ла күркәмерәк итә.
Был түтәлдә алтмыштан ашыу сәскә төрҙәре һәм йәшел үҫентеләр үҫтерелә. Бында хатта шифалы Курил сәйе лә бар. Гөлшат Насенникка йәштәр ҙә ихлас ярҙам ҡулы һуҙа.
«Балконда ожмах баҡсаһы» конкурсында 15 хужабикә ҡатнашҡан. Улар араһында Любовь Чук һәм Ирина Байтимирова балкондары иң яҡшыһы тип баһаланды.
Башҡортостандың башҡалаһы Өфө йорттары балкондары һәм ихаталары Европаныҡынан һис кенә лә ҡалышмай. Киләһе йылдарҙа ла конкурстың популярлығы артып, унда ике тапҡырға күберәк сәскә йәнле ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашасаҡ, тип белдерә ойоштороусылар.
Гүзәл Борханова