“Айыҡ ауылдарҙа” хәмер һатмаҫҡа! Йәмәғәтселек республика конкурсында еңеү яулаған ауылдарҙа спиртлы эсемлектәрҙе сауҙаға сығармауҙы хуплай. “Был ауылдар ысынлап та айыҡ булырға, исеме есеменә тап килергә тейеш”, - тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Уның һүҙҙәренсә, мәсьәләне ҡанундар нигеҙендә хәл итергә мөмкин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАйыҡ ауылдарҙа халыҡ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тейеш, ти Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәмәғәтселәр фекеренсә, “Айыҡ” тип йөрөтөлгән ауылдарға ингән урында баннерҙар ҡуйырға кәрәк. Унда спиртлы эсемлектәр һатыу һәм ҡулланыу тыйылыуы тураһында мәғлүмәт булырға тейеш.