“Улар янғын хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр”- тип яҙа социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. Ҡоро һәм эҫе көндәрҙә уларҙың хеҙмәте айырыуса ныҡ һиҙелә. Янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле тамамланыуға йыраҡ әле. Республика янғын төркөмдәре тәүлек әйләнәһе эшләй. Иң мөһиме – урман янғындарының торлаҡ йорттарына һәм иҡтисад обьекттарына таралыуына юл ҡуймауға өлгәштек. Республикала артабан да янғын һағының матди-техник базаһын нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ тип ышандырам. Яңы деполар төҙөлә, Учалы районында махсус станция ойошторолдо, техника һатып алына, урман биләмәләрен патрулләүҙе финанслайбыҙ. 2022 йылдан Күмертау авиация заводында етештерелгән вертолетты әүҙем ҡулланыу планлаштырыла, тип билдәләй төбәк башлығы.