Башҡортостанда 20 иң яҡшы игенсегә быйыл да автомобиль бүләк ителә. Республикала комбайнсы, водитель, механизатор һәм ураҡҡа йәлеп ителгән студенттар араһында конкурс иғлан ителде. Юғары һөҙөмтәгә ирешкән хужалыҡ хеҙмәткәренә “Лада Нива” машинаһы бирелә. Игенселәрҙе ошолай дәртләндереү сараһы бер нисә йыл элек булдырылды.