Республикала һәр уҡыусыға 10 мең һум түләнә

Башҡортостанда 500 меңдән ашыу уҡыусының ата-әсәһенә 10 мең һум күсерелә. Аҡса баланы мәктәпкә әҙерләүгә тәғәйенләнә. Республикала был маҡсатта 5 миллиард 200 миллион һумға яҡын сумма ҡаралған. Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Фоат Хантимеров һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҡыусыларға 10 мең һум ил президенты ҡушыуы буйынса түләнә. Йәше 18-ҙән үтеп, мәктәптә белем алыуын дауам иткән инвалидтарға ла аҡса ҡаралған.