Республикала үткән тәүлектә коронавирустан 9 кеше вафат булған

Пандемия башланғандан алып, үлеүселәр һаны 814-кә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлек эсендә сирлеләр исемлегенә 259 кеше өҫтәлгән. Стационарҙа 600-ҙән ашыу пациент дауалана. Уларҙың яртыһы 60 йәштән өлкәндәр. 44 кеше ауыр хәлдә, 4 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Башҡортостанда 737 меңгә яҡын кеше вакцинаның ике компонентын да алған. Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында прививка яһатҡан һәм акцияла ҡатнашҡан кешеләр араһында уйнатылған юлламаларҙы тапшырыу сараһы үтә. Ул бер сәғәттән башлана. Был турала беҙҙең киләһе сығарылыштарҙа тыңлағыҙ.