Был турала Кремлин ру сайты хәбәр итә. Дәүләт башлығы Әбйәлил районында «Ласселсбергер» компанияһының ҡоро ҡатнашмалар етештереүсе заводты асыу тантанаһында ҡатнаша.
Предприятиенең сафҡа инеүе төбәктә сәнәғәт үҫешенә һәм аҡ цементҡа булған ихтыяжды кәметергә ярҙам итәсәк. Йылына 232 мең тонна продукция етештереү ҡеүәтенә эйә заводтың дөйөм проект хаҡы 63 млн евро тәшкил итә. 220 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
Бынан тыш, Рәсәй Президенты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғара. Күрше Силәбе өлкәһендә Владимир Путин тәбиғи янғындан зыян күргән районды ҡараясаҡ, һуңынан ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә уҙғара.