Гоголь урамының 21-се йортонда йәшәүселәр хәҙер ашарға ла бешерә алмай. Электр ҡоролмалары менән ҡулланыу хәүефле. Сымдар көсөргәнеште күтәрә алмауы һәм янғын сығып китеүе ихтимал. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Баҡсанан йөрөп ҡайтыуға өйҙә «бүләк» көткән. Римма Алексанян Гоголь урамы 21 йортта алдан хәбәр итмәйенсә газ торбаларын ҡырҡып китеүҙәренә зарлана. Хужабикә фаразлауынса, зәңгәр яғыулыҡты һүндереүҙәре йорттоң авария хәлендә булғанына бәйле. Әммә милекселәр былтыр экспертиза үткәрә, уның һөҙөмтәһе буйынса, газ торбаларының хәле яҡшы һәм 2025 йылдың сентябренә тиклем ҡулланыуға ярашлы тип баһаланған.
Күп фатирлы йортта бәләкәй балалары булған ғаиләләр һәм ололар йәшәй. Улар хәҙер ашарға ла бешереп булмай ти. Мәсьәләне хәл итеү өсөн милекселәр «Ҡаланың газ хеҙмәте»нә мөрәжәғәт итә, унда ғариза яҙып ҡалдыра. Ләкин ойошмала сират булыуы арҡаһында зәңгәр утты 4 сентябрҙә генә тоташтыра алыуҙары хаҡында билдәле була. Тик газһыҙ һәм йылы һыуһыҙ ҡалған кешеләр көтөргә риза түгел, эште тиҙәйтеүҙе һорайҙар. Етмәһә, халыҡ тоташтырыу өсөн аҡса түләргә кәрәк булырына асыуланалар.
Мәсьәләгә аныҡлыҡ индереү маҡсатында «Газпром-газ бүлеү» йәмғиәтенә мөрәжәғәт иттек.
Йорт туранан-тура идара итеүҙә булғанға күрә, милекселәр үҙаллы газ бүлеүсе компанияға мөрәжәғәт итергә тейеш. Киров районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, йортта йәшәүселәр газһыҙлыҡ менән килеп сыҡҡан һорауҙарҙы экранда күрһәтеләгән телефон һандары аша шылтыратып, асыҡлай ала.
8-800-347-88-00, 471-71-04.
Әлфинә Килдейәрова