«Сәк-сәк» байрамы аш-һыуға оҫта 60 -лап хужабикәне берләштерҙе. Эшкә уңған тәкәрлектәр бәләкәй генә сарны ла сағыу һәм ҙур байрамға әйләндерә ала. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Тәкәрлектәге һәр ғаилә «Эше барҙың-ашы бар» тигән девиз менән йәшәй. Бөгөнгө мул табындар, һығылып торған өҫтәлдәр һәм етеш тормош өсөн улар илебеҙгә азатлыҡ яулаған Еңеү һалдаттарына рәхмәтле.»Йәшел береттар», мәртәбәле ҡунаҡтар һәм байрамды ойоштороусылар сараны хәрби хәрәкәттәр ветерандары мемориалына сәскә гөлләмәләре һалыуҙан башланы. Тәкәрлектә үҫеп килеүсе йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү һәр ваҡыт беренсе урында.
Мәсет шишмәһе алдында ҡоролған табын һый-ниғмәттән һығылып тора.Ҡунаҡсыл хужабикәләр сәк-сәктең төрлө ҙурлыҡтағын һәм формалағын өйгән. Шау сәскәләр менән биҙәлгәне, ҡояш , бейек тау кеүектәренә һәр хужабикә фантазияһын һәм күңел йылыһын һалған. Самауыр сәйе, ҡайнатмалар, ҡоймаҡтар, өсмөйөштәр был төбәктә уңған, бөтмөр, аш-һыуға оҫта хужабикәләр йәшәгәнен күрһәтә.
Оҫта хужабикәләрҙе популяр йырсы Радик Динәхмәтов тәбрикләне. Яҡташтары башҡарыуында моңло йырҙарҙы тамашасы көслө алҡыштарға күмде.
Йыр-моңға, дәртле бейеүҙәргә үрелеп барған байрам һуңында иң тәмле сәк-сәк бешереү оҫтаһы асыҡланды. Был юлы гран-приға Иҫке Кәңгештән әсәле-ҡыҙлы Рәүилә Сафина һәм Лилиә Нуретдиновалар лайыҡ булды.
Тәкәрлектәге «Сәк-сәк» байрамы ауылдың бөгөнгөһө һәм киләсәгенә битараф булмаған әүҙем кешеләр тәҡдиме менән ойошторолдо. Сарала ҡатанашыусылар «Сәк -сәк» байрамынан милли йолалар, ғөрөф ғәҙәттәребеҙ һаҡланғанда ауылыбыҙ киләсәге өмөтлө тигән ышаныс менән таралды.
Гүзәл Борханова