Компания еңел сәнәғәтте үҫтереү буйынса республика хөкүмәте субсидияһы ярҙамын алған. Программаға ярашлы, яңы ҡорамалдар һатып алынған. Әлегә тиклем иҫке ҡорамалдарҙа спорт командаһы өсөн кейем тегеү 2 аҙнаға һуҙылған. Хәҙер ул 5 көн эсендә башҡарыла. Әҙер тауар Рәсәй төбәктәренә оҙатыла. Дәүләт программаһы буйынса, быйыл Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары сеймал һәм кәрәкле материалдар алыу өсөн 100 миллион һумлыҡ субсидия менән тәьмин ителгән. Предприятиелар сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға республика бюджетынан субсидияға ғариза бирә ала. Уны 31 авгусҡа тиклем тапшырыға кәрәк.