“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Вадим Ниғмәтуллин Силәбе өлкәһенән Башҡортостанға ингән урында стеланың ни сәбәпле юҡҡа сығыу тураһында һорашҡан.
“... На границе с Магнитогорском стоял обелиск. Сейчас его нет вообще, куда убрали и когда поставят на место? За мою жизнь его не красили, не мыли, а тут вообще убрали. Это же лицо района, а главное это лицо Башкортостана. Верните на место”. (Авторҙың яҙыу стиле үҙгәртелмәне).
Обелиск үткән быуаттың етмешенсе йылдарында урынлаштырыла. Уны тергеҙеп тә ҡарайҙар, тик конструкцияһы иҫкереү сәбәпле, был эш килеп сыҡмай. Шуға стеланы һүтергә тура килгән. Ошо йылдың октябрь аҙағына тиклем әлеге урында өр-яңы стела барлыҡҡа килә. Уның эскизын Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ринат Атауллин эшләй. “Шулай уҡ, район халҡынан да тәҡдимдәр ҡабул ителә”, - тип белдергән социаль селтәрҙә Әбйәлил район хакимиәте вәкиле Альбина Манапова.
Стела эскиздары буйынса тәҡдимдәр ошо электрон адрес буйынса ҡабул ителә: adm01@bashkortostan.ru
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.
#Инцидент #ЦУР #Башкортостан