Дәүләт башлығы Әбйәлил районында ҡоро ҡатнашмалар етештереүсе заводты асыу тантанаһында ҡатнаша. Австрияның «Ласселсбергер» компанияһы ҡатнашлығындағы предприятие республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. Бар эштәр ҙә Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Цемикс» йәмғиәте араһындағы инвестиция килешеүенә ярашлы алып барылды.
Предприятиеның сафҡа инеүе төбәктә сәнәғәт үҫешенә һәм аҡ цементҡа булған ихтыяжды кәметергә ярҙам итәсәк. Билдәле булыуынса аҡ цемент - юғары эстетик сифаттарға эйә булған сифатлы төҙөлөш материалы. Ул биналар төҙөлөшөндә, ҡойоп яһалған иҙән эшләүҙә ҡулланыла, биҙәү ҡатышмаларының бер өлөшө булып тора.
Завод тәүлегенә 700 тонна аҡ цемент етештерәсәк, йәғни компания йылына 232 мең тонна аҡ цемент сығарырға ниәтләй һәм шуның менән илдең был продукцияға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк. Аҡ цементтан тыш, төҫлө тортуар плиткаһы һәм фасад плиткаһы етештереү ҙә ҡаралған.
Заводтың дөйөм проект хаҡы 63 млн евро тәшкил итә. 220 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, Рәсәй Президенты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғара.