Федераль законға ярашлы, сәсеүгә тәғәйенләнгән орлоҡтарҙың сорты һәм сифаты мотлаҡ контролдә тотолорға тейеш.
Әлеге ваҡытта Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең референт үҙәге белгестәре республика баҫыуҙарын иңләй. Улар тарафынан төрлө урындарҙан йыйылған һабаҡтар ярты йылға һаҡлауға һалына.
Бәхәсле һорау килеп тыуғанда «тере» архив ярҙамында мәсьәлә ыңғай хәл ителеүе ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, «Нерал – Шишмә» предприятиеһының был майҙанында өсөнсө сортлы бойҙай үҫтерелгән. Сәйер күренһә лә, быйылғы эҫе һауа торошо ашлыҡтың сифатына ыңғай булышлыҡ иткән.
Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡлығын ерҙе яратҡан һәр кем яҡшы аңлай. Әлбиттә, һауа шарттарының нисек килеүе, ерҙе дөрөҫ эшкәртеү, сәсеү эштәрен сифатлы итеп алып барыу яңы уңыштың мул буласағына йоғонто яһамай ҡалмай.
Илдар Байбулатов