Тап ошо девиз аҫтында Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы аҙна һайын биш-алты муниципалитетта ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойоштора. Сара сиктәрендә урындағы халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтелә, эш эҙләүселәр яңы вакансиялар менән таныша ала.
Шулай уҡ балалар һәм йәштәр өсөн күңел асыу программаһы әҙерләнә. Тәтешле районында ойошторолған бал йәрминкәһенән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Әлфиә Сәлимгәрәева бишенсе йыл тәбиғи майҙар, һитә, балауыҙҙан косметика етештерә. Витаминдарға һәм микроэлементтарға бай продукцияға ихтыяж юғары. Үрге Тәтешле ауылында ойошторолған бал йәрминкәһендә лә эшҡыуарҙың кибете янынан халыҡ өҙөлмәне.
Тәтешле районында ике йөҙҙән ашыу умарталыҡ иҫәпләнә, улар башлыса шәхси хужалыҡтарға, кооперативтарға ҡарай. Йүнселдәр быйылғы уңыштың мул булыуын билдәләй, һәр умартанан кәмендә 25 килограмм бал йыйылған.
Йәрминкәгә башлыса йүкә, сәскә, кәрәҙле бал килтерелә. Продукция күләме күп булғанға күрә, хаҡтар күтәрелмәгән, уҙған йыл күрһәткесендә һаҡлап ҡалына. Төрөнә ҡарап, татлы ризыҡтың килограммын яҡынса 400 һумдан 700 һумға тиклем һатып алырға мөмкин.
Йәрминкәгә халыҡты күпләп йәлеп итеү маҡсатында биләмәлә «Сәләмәтлек поезы» эшләне. Тар профилле белгестәр халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең юристарҙан бушлай консультация алыу мөмкинлеге лә булды.
Район үҙәгендә халыҡҡа танып белеү, күңел асыу программаһы ла әҙерләнгәйне. Әйтәйек, китапхана хеҙмәткәрҙәре өлкән быуын вәкилдәренә викторина, төрлө конкурстар ойошторҙо, йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған күләмле сара сиктәрендә үҙәк майҙанда балалар өсөн төрлө уйындар ҙа ойошторолдо. Аниматорҙар ике сәғәтлек программа әҙерләй. Ижади конкурстар, интеллектуаль ярыштар аша кескәйҙәрҙең һәләттәрен арттыра.
Яҡындағы мәктәптең спорт майҙансығында футбол буйынса дуҫтарса уйын да үтте. Райондың иң көслө командаһы билдәләнде. Өскә ике иҫәбе менән 2-cе мәктәп уҡыусылары еңеүсе тип танылды, уларға дипломдар һәм Кубок тапшырылды.
Бүләкләү тантанаһынан һуң командалар иҫтәлеккә фотоға төштө, артабан футбол майҙансығын башланғыс синыф уҡыусылары ҡамап алды. Улар ҙа өлкәнерәктәрҙән ҡалышмаҫҡа тырыша. Спорттан айырылғыһыҙ.
Гөлназ Хәйбуллина