Әбйәлил районында "Цемикс" заводы асылды

Предприятиены асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Австрияның "Ласселсбергер" холдингына ингән "Цемикс" заводы йылына 240 мең тонна ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары сығарыу ҡеүәтенә эйә. Объектты сафҡа индереүгә 6 миллиард һумға яҡын инвестиция һалынған. Ваҡиға урынынан хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова репортажы.