Рәсәй Президенты Владимир Путин эш сәфәре менән Башҡортостанда булды

     Владимир Путин “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводын асыу тантанаһында ҡатнашты. Дәүләт башлығы эшселәр менән дә осрашты. Ул республикала тыуҙырылған уңайлы инвестиция шарттары өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

    “Я разговаривал с австрийским партнером, который мне рассказал о своих планах. Их у него в четыре этапа и объем инвестиций очень приличный за миллиард евро. Это доверие к тем людям, которые создают им условия. В данном случае – это руководство республики. Из этого из всего и складывается успех. Без успешной работы нет хороших перспектив, а они здесь есть”.

  Ил етәксеһе заводты төҙөүселәргә, технологтарға һәм эшселәргә рәхмәт белдерҙе, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.