“Бөтәһенә тәҡдим итәм”: Владимир Путин башҡорт балын маҡтаны

   Ил президенты “Цемик” заводын төҙөүселәр һәм эшселәре менән осрашыу барышында башҡорт балы хаҡында фекерен белдерҙе.

   Владимир Путин әйтеүенсә, Башҡортостан бал етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора.  Беренсе баҫҡыста – Приморье крайы. Дәүләт башлығы башҡорт балын яратыуы хаҡында әйтте. “Камераға ҡарап белдерәм. Был бик яҡшы продукт. Тәмләп ҡараным. Бик ҡәнәғәтмен”, - тине дәүләт башлығы.