Ил Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса, 2030 йылға тиклем заманса университет кампустары селтәре ойошторолорға тейеш. Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы Башҡортостанда Евразия фәнни-мәғариф үҙәге сиктәрендә планлаштырыла. Уны баш ҡаланың Дим районында төҙөү тәҡдим ителә. Кампус студенттар, уҡытыусылар һәм йәш ғалимдар өсөн дөйөм ятаҡтарҙы, лабораториялары булған тикшеренеү корпустарын, технопарк һәм тәжрибә полигонын, спорт һәм медицина комплекстарын берләштерә.