Владимир Путин Әбйәлил районына эш сәфәре барышында шәхси йорт төҙөгәндә ташламалы ипотека программаһы тураһында ла һөйләне. “Был программа хаҡында ҡарар ҡабул ителде, тип иҫәпләргә мөмкин. Финансты ике йүнәлештә – фатир йәки шәхси йорт һатып алырға һәм үҙ йортоңдо төҙөү өсөн ҡулланырға мөмкин. Төҙөлөшкә өҫтөнлөк биргәндә, йә юридик шәхес, йә шәхси эшҡыуар менән подряд килешеүе төҙөлөргә тейеш”, - тине дәүләт башлығы.