Республикала урмандар яна. Хәл контролгә алынған. Ауылдарға хәүеф янамай

    Республикала урмандар яна. Йылайыр, Бөрйән, Күгәрсен, Ейәнсура, Әбйәлил һәм Хәйбулла районы урмандарында ут менән көрәшәләр. “Хәл контролгә алынған. Ауылдарға хәүеф янамай. АН-2 самолеты һәм пилотһыҙ осҡостар һауанан күҙәтеү алып бара”, - тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан. Хәйбуллала янғын һүндереүселәргә ирекмәндәр ҙә ярҙам итә. Район хакимиәте вәкиле Фәнилә Бәширова беҙҙең радиоға ошоларҙы хәбәр итте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

    Бөгөн республиканың 20-гә яҡын районында янғын хәүефе, ә Хәйбуллала уның 5-се класы һаҡлана.