Сикһеҙ мөмкинлектәр туризмы. Салауат районы Йүрүҙән йылғаһы буйында өс көн дауамында барған туризм слёты тамамланды. Сарала республика район-ҡалаларынан тыш, күрше төбәктәрҙән 200-ҙән ашыу мөмкинлеге сикләнгән граждандар ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡыҫҡаса инструктаж үткәндән һуң, туризм өлкәһен үҙ итеүселәр стартҡа баҫты. Ҡаяға үрмәләү тәүге һынауҙарҙың береһе. Сара ҡатнашыусылары мөмкинлектәре сикләнгән граждандар. Шуға ҡарамаҫтан, улар ҡуйылған талаптарҙы теүәл үтәргә тырышты. Араларында чемпион исемен йөрөтөүселәр ҙә юҡ түгел.
Сара ҡатнашыусылары айырым командаларға бүленеп сығыш яһаны. Спортҡа булған ҡыҙыҡһыныуынан сығып бар һынауҙарҙы ла йырып сыҡты. Йүрүҙән буйында улар туризм өлкәһенең тиҫтәләп төрөндә һынау тотто.
Командалар өс көн дауамында йәйәүлеләр, һыу, тау туризмы һәм хәрәкәт итеү сараһындағы туризм төрҙәре буйынса бәйге тотто. Терәк-хәрәкәт ағзалары ҡаза күреп, физик мөмкинлектәре сикләнһә лә, спортсы-инвалидтар коляскаларҙа ҡаршылыҡтарҙы үтеү, кәмәләрҙә ярышыу, ҡаяға үрмәләү кеүек ҡатмарлы дистанциялар буйынса ярышты.
«Сикһеҙ мөмкинлектәр туризмы» проекты быйыл Президент гранты фонды ярҙамында тормошҡа ашырылды. Слет республика район-ҡалаларынан тыш, Силәбе һәм Свердловск өлкәһенән 23 команданан торған 200-ҙән ашыу кешене бергә йыйҙы.
Төп сараларҙан тыш, лагерь биләмәһе һәм ҡырҙа бешерелгән аш-һыуға конкурс та үтте. Шулай уҡ урында парус спорты буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Әйткәндәй, ул һуңғы йылдарҙа мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе реабилитациялау өлкәһендә киң билдәлелек ала бара.
Азат Ғәлиуллин