Был дата 2 тиҫтә йыл самаһы йыл элек барлыҡҡа килгәйне. Ул ер йөҙөндә юғалып барған этник төркөмдәрҙе һаҡлап ҡалыу, уларҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, рухи мираҫтарын һәм телен үҫтереү маҡсатында ҡабул ителгән. Берләшкән милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, әле донъяның 70-тән ашыу илендә аҫаба халыҡтарҙың биш мең төркөмө бар. Уларҙың дөйөм һаны 300-ҙән алып 500 миллион кешегә етә.