Өфөнән Мысырға 5 авиакомпания самолеттары менән осорға мөмкин. Рәсәйҙә 10 компанияға Шарм-эш-Шейх һәм Хургада шифаханаларына рейстар башҡарырға рөхсәт бирелде. Мысырға һауа юлы бөгөн асылды. Осоштар алты йыл элек теракттан һуң туҡтатылғайны. Мысырға һауа юлы асылыуы "Өфө" аэропортында күберәк пассажир хеҙмәтләндереү мөмкинлеген бирә, тип хәбәр итәләр компаниянан.