Республика менән идара итеү үҙәге алған мөрәжәттәрҙең күбеһе коронавирус менән көрәшкә бәйле

Башҡортостан менән идара итеү үҙәгендә халыҡ мөрәжәғәттәре анализланды. Унда мөрәжәғәт ҡалдырыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында  теркәлергә  кәрәк.  Республика халыҡтың күбеһе  был системаға вакцинация, коронавирустан дауаланыу буйынса һорауҙар биргән. Быйыл 63 меңдән ашыу ошондай хәбәр алынған. Күләме буйынса икенсе урында - социаль ярҙам күрһәтеү, пособиелар алыу буйынса мөрәжәғәттәр. Республика менән идара итеү үҙәгенән ярҙам һораусыларҙың күбеһе  Өфө халҡы.