Рәсәйҙә халыҡтың бензин һатыу алыу мөмкинлеген иҫәпләгәндәр. Ил төбәктәре рейтингы төҙөлгән. Башҡортостан был исемлектә 38-се урынға ҡуйылған. Республикала уртаса эш хаҡына 782 литр бензин алырға мөмкин. Иң яҡшы мөмкинлектәр Ямал-Ненец автономлы округында. Унда 2 мең литрҙан ашыу алырға була.