Улар республиканың биографияһын яҙа

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йорттар, социаль объекттар, заводтар, юлдар... Кешелек йәшәйешен нимә генә уратып алмаһын уларҙың хеҙмәт емеше. Төҙөүселәр һәнәри байрамын билдәләне. Эшендә уңыш ҡаҙанған бер төркөм хеҙмәткәрҙәәр бөгөн юғары дәүләт наградалары, маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Мөләйем, баҫалҡы, нәфис ҡатын-ҡыҙ, ә үҙе ҡоштар осор юғарыла. Ысын мәғәнәһендә... Мәфтүхә Ҡунысбаева хәҙер инде 45 йылдан ашыу төҙөлөш кранында эшләй. 5 тиҫтәгә яҡын баш ҡалабыҙ, тотош республика үҫешен бейектән күҙәтә. Күҙәтә генә түгел, үҙе лә ошо үҫешкә тос өлөш индерә. Нескә зат булыуға ҡарамаҫтан, ауыр эшкә уны тормош мәжбүр иткән. Әммә ул бер генә мәлгә лә төҙөүсе һөнәрен һайлауына үкенмәгән.

Бындай байрамды мин иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайым, тине Радий Хәбиров. Владимир Путин менән осрашыуҙан һуң һуңлап булһа ла төҙөүселәрҙе һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Сөнки тап һеҙ республика үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, тап һеҙҙең фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ йәшәгәнеребеҙҙе матурыраҡ, уңайлыраҡ итә, тине Баашҡортостан башлығы.

Төҙөлөш тармағы республика иҡтисадының төп нигеҙҙәренең береһе һәм ул республикала 70 меңдән ашыу хеҙмәткәрҙе берләштерә. Быйыл да улар пандемия шарттарына ҡарамаҫтан яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Ярты йылда ғына 1 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Үткән йыл менән сапғыштырғанда 27 процентҡа күберәк.

Айнур Кәбиров