Йәмәғәтселек “Мөхәббәт йырсыһы” Рәмил Йәнбәковты иҫкә ала

Бөгөн республика йәмәғәтселеге билдәле шағир һәм журналист Рәмил Йәнбәковты иҫкә ала. Беҙҙең арала булһа, уға 69 йәш тулыр ине. “Ул тормошта ла, шиғриәттә лә ихласлығы менән айырылып торҙо”, - ти әҙиптең дуҫы, Башҡортостандың халыҡ артисы  Риф Ғәбитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Рәмил Йәнбәков журналист булараҡ та уңышлы эшләне, шағир ҡәләмен дә үтмәҫләмәне”, - ти коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шиғриәт һөйөүселәр Рәмил Йәнбәковты “Мөхәббәт йырсыһы” тип атаны. Байтаҡ шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән. Улар беҙҙең радионың алтын фондында ла һаҡлана.