Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Хәйбулла районында. Ул янғынға бәйле хәл менән яҡындан таныша.Авиация ярҙамында күҙәтәбеҙ, һуңынан аныҡ ҡарар була, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытҡа иң күп ут сығанаҡтары Бөрйән районында теркәлгән. Унда 21 урында янғын менән көрәшәләр. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов әйтеүенсә, көстәр етерлек.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында ла ут менән көрәшәләр.