Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус буйынса брифинг уҙғарҙы

Шәкәр диабеты менән ауырыған кешеләргә коронавирустан вакцина яһау рөхсәт ителәме? Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта ошо һорауға яуап бирҙеләр. Ведомство етәксеһе Максим Забелин әйтеүенсә, диабеттан яфаланыусылар  “хәүеф төркөмө"нә инә. Уларҙа коронавирус ауыр эҙемтәләр ҡалдырыуы ихтимал.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Үткән тәүлектә республикала 273 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Стационарҙа 700-гә яҡын пациент дауалана. Уларҙың яртыһы алтмыш йәштән өлкәндәр.