"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы оҙайтылды

Башҡортостанда ауыл еренә эшкә барған уҡытыусыларға түләүҙәр дауам итә. Программа уҙған йылдың февралендә  ғәмәлгә  ашырыла башланы. Ул киләһе йыл аҙағына тиклем иҫәпләнгәйне, тағы бер йылға оҙайтылды. Ауыл  еренә эшкә килгән уҡытыусыға 1 миллион һум түләнә. Талаптарға ярашлы, белгес 50 йәштән өлкән булмаҫҡа, түләү алғандан һуң кәмендә 5 йыл эшләргә  тейеш.