Республика райондарына янғын һүндереү буйынса ике йөҙҙән ашыу ранец тапшырыу планлаштырыла

«Йәш гвардия» хәрәкәте ағзалары үҙҙәре менән спутник рациялар һәм һауа өрҙөргөс ҡорамалдар ҙа алған. Ирекмәндәр тәүҙә Ейәнсура районының Биштирәк ауылы янында туҡталыш яһарға йыйына.

Халыҡ йәшәгән биләмәгә ут телдәрен индермәү бурысы ҡуйылған. Әйткәндәй, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа янғын менән көрәш буйынса йәмәғәт штабы ойошторолған, бағыусылар көсө менән кәрәк-яраҡтар һатып алына.

Урман янғындары менән хәл ҡатмарлаша. Шуға йәштәрҙе йыйып, ярҙамға ашығабыҙ. Бөгөн һигеҙ кеше юллана, дөйөм алғанда, утыҙҙан ашыу ирекмән йәлеп итәбеҙ.

Оскар Лютов, «Йәш гвардия» ойошмаһының төбәк штабы етәксеһе

Гөлназ Хәйбуллина