Хәйбулла районындағы урман янғындарын һүндереүҙә ике меңдән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. Әле лә республиканың көньяғын ялмап алған ут менән көрәшкә өҫтәмә ҡул көстәре талап ителә.
Бөгөн ҡурҡыу белмәҫтәр өсөн Өфөнән өс автобус ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы һәм ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге саҡырыуҙарын ҡабул итеүселәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Ҡоролтай янында ике микроавтобус. Урман янғындарына ҡаршы мобиль төркөм туплана. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарынан килгән ирекмәндәр тәүгеләрҙән булып транспортҡа шәхси әйберҙәрен, эш ҡоралдарын һала башланы. Таңғы сәғәт алтыла Ейәнсура, Йылайыр яҡтарына оло сәфәр көтөлә.
Республика байлығы – «йәшел ҡалҡан»ды һаҡлап ҡалыу – һәр кемдең бурысы. БЮТ каналы, «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре лә янғынға ҡаршы көрәшкә юллана.
Юлға сығыр алдынан ҡыҫҡаса инструктаж. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәрттеләр. Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекле мобиль отряд етәксеһе Тимерйән Рәжәпов билдәләүенсә, былтыр ҙа йәйгеһен улар Ҡоролтай менән берлектә ошо ваҡытта Бөрйән районында урман янғыны менән көрәшкән. Ут телдәрен юҡ итеү ауыр бирелә.
«Ил төкөрһә - күл була» тиҙәр. Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы интернет селтәрҙәр аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, берҙәм көс менән урман янғындарын һүндерергә саҡырҙы. Теләк белдереүселәрҙән дөйөм исемлек туплана, транспорт мәсьәләһе хәл ителә, гуманитар ярҙам ойошторола. Көньяҡ райондарҙағы ҡатмарлы хәлгә бәйле, ата-әсәләр форумы ла икенсе датаға күсерелде.
Микроавтобустар Ҡоролтайҙан оло юлға сыҡҡас та, төбәктең йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты янына юлландыҡ. Бында республиканың ирекмәндәр хәрәкәте үҙәге, хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре йыйылғайны. Улар ҙа тәүге көндәрҙән үк урман янғындарын һүндереүгә ҡушыла.
Ир-егеттәрҙән тыш, гүзәл заттар ҙа ҡулдарына көрәк алып, йәшел ҡалҡан һағына баҫырға йыйына. «Берҙәмлектә көс» тиҙәр, йөрәк менән эш итеүселәр ҡурҡыу белмәй.
Хәйбулла районына тиклем автобусты бер нисә туҡталыш көтә. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларынан да ирекмәндәр ултырасаҡ. Шулай уҡ был аҙнала урман янғындары сыҡҡан райондарға тағы ла ирекле мобиль төркөм туплап, Өфөнән транспорт ойоштороу ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина